Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды. Башҡортостан башлығына килгән һорауҙарҙың бер өлөшө мәғариф системаһына ҡағыла. Былтыр Тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгәйне, эфир барышында Радий Фәрит улы 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Әммә бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, уларҙың һәр береһен эшкә аласаҡбыҙ, тигәйне республика етәксеһе. Мәғариф өлкәһендә хәл ителгән проблемалар тураһында киләһе яҙмала.
Иглин ауылының 7-се мәктәбендә 1 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Уларҙың яртыһы тиерлек дүрт микрорайондан йөрөп уҡый. Айырыуса, Кузьминка биҫтәһе менән хәл ҡатмарлы була - уҡыусылар көндөҙгө уҡыуға күсерелгәс, балаларҙы ташыу өсөн транспорт етешмәй башлай.
Әле Кузьминка биҫтәһендә йәшәүсе балаларҙы мәктәпкә ташыу проблемаһы хәл ителгән. Әммә Иглин ауылында уҡыусылар йыл һайын 500 кешегә артып тора. Транспортҡа ихтыяж йәнә барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылы халҡын бөтөнләй икенсе проблема борсой. Был турала Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллиндың әсәһе видеяҙмала һөйләй. Хәрбиҙең уҡыған мәктәбендә капиталь ремонт башлана. Әммә намыҫһыҙ подрядсы арҡаһында эш оҙаҡҡа һуҙыла. Роза Нәсибуллина республика башлығынан ремонтты тамамлауҙы тиҙләтеүҙе һорай.
Һөҙөмтәлә икенсе подрядсы табыла, эш билдәләнгән ваҡытҡа тамамлана һәм ҡышҡы каникулдан һуң яңыртылған мәктәптә беренсе ҡыңғырау яңғырай. Белем усағында Рәсәй Геройы тураһында хәтер ҙә һаҡлана: мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ә Игорь Нәсибуллиндың партаһы уҡыусылар өсөн батырлыҡ һәм илһөйәрлек символына әйләнгән. Мәктәпкә илткән юл да яңыртыла.
Дүртөйлө ҡалаһында ла яңыртылған мәктәптә уҡыу йылы башланды. Ярты быуат элек төҙөлгән 3-сө гимназияға капиталь ремонт өсөн 130 миллион һум аҡса бүленгән. Әммә ата-әсәләрҙе эргәләге биләмәне төҙөкләндереү мәсьәләһе лә борсой. Һорау менән улар тура бәйләнеш алдынан социаль селтәр аша мөрәжәғәт иткән.
Һөҙөмтә көтөлгәндән күпкә яҡшыраҡ булып сыға. Гимназия биләмәһендә резина япма түшәлгән спорт майҙансығы төҙөлгән, ҡоймалар алмаштырылған, заманса яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған.
Быйыл республика етәксеһе менән тура бәйләнеш 11 ноябрь киске сәғәт 7-лә башлана. Трансляцияны беҙҙең телеканал аша ла ҡарарға мөмкин. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының сайтында, MAX һәм «Телеграм» ҡушымталарында, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр иһә 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Әлфинә Килдейәрова



