Байрам айҡанлы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Республика Хөкүмәте, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, махсус хәрби операция ветерандары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Ағиҙел ярында Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыл тулыуы айҡанлы төҙөлгән һәйкәл республикала берҙәмлектең, татыулыҡтың бер сағылышы булып тора. Тантнананан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Байрам тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин һәм Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора. Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә.
Башҡортостан социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, әммә республиканың төп байлығы күп милләтле халҡы. Бәрәкәтле ерлектә 100-ҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәй. Милли-мәҙәни үҙәктәр, фольклор коллективтары эшләп килә, тиҫтәнән ашыу телдә белем биреү ойошторолған.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө-ябай ғына байрам түгел, социаль күрһәткестәр башында ла, иҡтисади ҡаҙаныштар нигеҙендә лә ,тап берҙәмлек ята. Беҙҙе үҫешкә этәргән, көслө, ҡеүәтле иткән сифат.
Беҙҙең халыҡтың батырлығы һәм сыҙамлығы, рух ныҡлығы һоҡланыу тыуҙыра. Килеп тыуған ҡатмарлыҡтар илебеҙҙе бары тик көслөрәк һәм нығыраҡ итә. Быуындар алмашына, ҡараштар үҙгәрә, әммә Рәсәйгә һөйөү, уның мәнфәғәтен яҡлау теләге һәр ваҡыт халыҡ күңелендә йәшәә.
Башҡортостан милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек сағылышы булып тора. Һәм был төшөнсә бөгөн генә барылҡҡа килмәгән, ул быуаттар төпкөлөнән килә. Һәм халҡыбыҙ бөгөн дә үҙ тарихи асылына тоғро ҡала, ауыр мәлдәрҙә берләшеүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлай.
Бөгөн Рәсәй - үҙ аллы, көслө дәүләт. Ул донъя аренаһында мөһим роль уйнай, үҙенең милли мәнфәғәтен яҡлай, халыҡ-ара сәйәсәттә ҡатнаша. Беҙҙең илебеҙ киң мөмкинлектәргә эйә, уның алдында яңы үҫеш йүнәлештәре асыла. Әммә бының өсөн беҙгә берҙәм булырға, үҙ тарихыбыҙҙы хөрмәт итергә һәм унан һабаҡ алырға кәрәк.
Р. Кәримова




