Радий Хәбиров Рафаил Диваев менән осрашты һәм уны дәүләт наградаһы менән бүләкләне

Радий Хәбиров республика буйынса Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе Рафаил Диваев менән осрашты. Башҡортостандың элекке Эске эштәр министры ошо көндәрҙә 75 йәшлек юбилейын билдәләне.

Төбәк етәксеһе Рафаил Үзбәк улына күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе. Рафаил Диваев үҙ сиратында республика буйынса эске эштәр министрлығының ярҙамын һәм төбәктең идара итеү командаһы менән берлектә эшләү һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров күп йыллыҡ емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рафаил Диваевты "Башҡортостан алдындағы хеҙмәттәре өсөн" ордены менән бүләкләне.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ