Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡортостан милли китапханаһында "Берҙәмлек: Еңеү йөҙҙәрҙә" тип исемләнгән интерактив проект эшләй башланы. "Стартум" мәғарифты үҫтереү үҙәге һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырылған сара үҫеп килеүсе быуынға йүнәлтелгән. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына бәйле ваҡиғалар менән яҡындан таныша ала. Проект милләтле илебеҙҙең быуаттар дауамында халыҡтар дуҫлығы һәм татыулығы менән көслө булыуын бәйән итә.
Тарихи йөкмәткене заманса технологиялар менән берләштереп, проект ағзалары 10 төрлө халыҡтың Бөйөк Ватан һуғыш йылдары ҡаһармандарын һәм уларҙың мәҙәниәте менән таныштыра. Заманса технологиялар ярҙамында эшләнгән Өфөләге тәүге күргәҙмә булып тора. Ул күсмә форматта алып барыла.




