“Салауат Юлаев” һөжүмсеһе Шелдон Ремпал Өфөгә әйләнеп ҡайтты

Канада хоккейсыһы Шелдон Ремпал Өфөгә килде. Аэропортта төнгө рейсты йөҙҙәрсә көйәрмән, шулай уҡ һөжүмсенең яҡын дуҫы Девин Броссо ҡаршы алды. Көйәрмәндәр яратҡан кумирынан автограф алды һәм фотоға төштө. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Шелдон Ремпал күптән түгел Өфө клубы менән миҙгел аҙағына тиклем килешеү төҙөнө. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның эш хаҡы 100 миллион һум тәшкил итә. Быйылғы миҙгелде легионер "Вашингтон" системаһында башланы, әммә бер тапҡыр ҙа төп уйынсы булып боҙға сыҡманы. Уҙған миҙгелдә ул юлаевсылар составында 87 сорашыу уҙғарҙы һәм 82 мәрәй йыйҙы. Шелдон Ремпал Гагарин Кубогының иң яҡшы бомбардиры булды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ