Яҡташыбыҙ Рәсәй Эске эштәр министрлығы үткәргән «Халыҡ участковыйы -2025» конкурсында ҡатнаша. Айрат Ямалов Нефтекама ҡалаһында участка уполномоченныйы булып хеҙмәт итә. Уның карьераһы 2000-се йылдар башында башланған. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш егет атаһының кәңәше менән милицияға эшкә урынлаша һәм был турала бер ваҡытта ла үкенмәй. Айрат тағы ла ике полиция хеҙмәткәре менән эшләгән участкаға 20 мең кеше ҡарай. Участковыйҙарҙың төп бурысы-халыҡтың тыныслығы һағында тороу, урамдарҙа тәртип һаҡлау. Айрат Ямаловҡа конкурста ҡатыны менән 10 йәшлек ҡыҙы һәм 4 йәшлек улы еңеү теләй. Халыҡ участковыйы өсөн 10 ноябргә тиклем тауыш бирергә мөмкин, тип белдергән төбәк етәксеһе.



