Был турала социаль селтәрҙә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр итте. Хәҙер объектта төҙөлөштөң әүҙем тамамлау фазаһы бара. Яңы стела ҡәтғи дизайнда-Башҡортостан флагы төҫтәрен һәм гербын файҙаланып эшләнгән, ул ышаныслы металл каркасҡа ҡуйылған.
Стелала ҡурай сәскәһе һүрәтләнгән. Был тамырҙарыбыҙға, башҡорт халҡының берҙәмлегенә һәм көсөнә хөрмәт билдәһе. Магнитогорск ҡалаһы яғынан ингән урын ысын мәғәнәһендә сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн «Башҡортостан Республикаһы» тигән яҡтылыҡ яҙыуы ла барлыҡҡа килгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1970 йылдарҙа урынлаштырылған элекке стеланың һүтелеүенә урындағы халыҡ ризаһыҙлыҡ белдергәйне.



