Иглин районы Һарт-Лабау ауылында яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асылды

Медицина учреждениеһын асыу ауыл халҡы өсөн оло байрам. Сөнки бар уңайлыҡтары булған пунктты улар күптән көткән. Тантанала ауылдың «Шәйхулла» мәсете имам-хатибы ла ҡатнашып диндарҙар исеменән фельдшер- акушерлыҡ пунктына аҡсалата бүләк тапшырҙы.

Яңы объект-Үктәй ауыл биләмәһендә асылған дүртенсе заманса фельдшер- акушерлыҡ пункты. Ауылда медицина ярҙамы 400-ҙән ашыу кешегә күрһәтелә, уларҙың 64-е балалар. Элек яраҡлаштырылған бинала эшләгән Лилиә Шаһиева өсөн дә яңы пункт яңы тормош башы һымаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ