Шишмә районында хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн консультация көнө үтте

Шишмә районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре өсөн берҙәм консультация көнө ойошторолдо. Һорауҙарға төрлө ведомстволар, шул иҫәптән адвокат палатаһы, нотариаль, хәрби комиссариат, медицина учреждениелары вәкилдәре яуап бирҙе. Үҙ проблемалары менән Шишмә, Әлшәй һәм Дәүләкән райондарында йәшәүселәр мөрәжәғәт итте. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының юридик десанты хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә. Шул иҫәптән документтарҙы рәсмиләштереү, социаль гарантиялар менән файҙаланыу, психологик ярҙам, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа йүнәлештәрҙә әүҙем эш алып барыла.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ