«Нур» театрында яугирҙарҙың ысын тарихына нигеҙләнгән спектакле ҡуйыла

6 ноябрҙә Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында Мөнир Ҡунафин пьесаһы буйынса «Һине көтәләр» спектакленең премьераһы үтә.

Махсус хәрби операцияға арналған әҫәр ысын хәлдәргә нигеҙләнгән. Яугирҙарҙың һөйләгәндәрен автор-журналист хәрби хәрәкәттәр биләмәһенә командировкаға барған ваҡытта яҙып алған. Сектаклдә ҡушаматтар менән билдәләнгән персонаждар барыһы ла Башҡортостан егеттәре, улар бөгөн дә махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Сәхнә әҫәрендә яугир ирҙең һәм уның менән күрешеү өсөн фронт һыҙығына килгән ҡатындың реаль тарихы бәйән ителә. Спектаклдең режиссеры-Азат Йыһаншин. Төп ролдәрҙе Айрат Фәтихов, Илгизә Муллабаева, Айҙар Хөснөтдинов һәм Гөлназ Кашапова башҡара. Әсә образын актрисалар Резида Фәхруллина менән Рәсимә Ғәйфуллина кәүҙәләндерә.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ