Дизайнерҙар, программистар һәм рәссамдар үҙҙәренең грант проекттары менән таныштырҙы, тәжрибә уртаҡлашты, яңы уйындар эшләүҙә алдынғы ысулдар хаҡында һөйләне. Александра Ляготина «Килогерц» тигән новелланың демоверсияһын яҙған. Креатив йәштәр компьютер уйындарынан тыш, тере уйын форматтарын да тәҡдим итә. Ул ижадты, технологияларҙы һәм команда эшен берләштерә. Клуб командаһы проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ресурстар табырға ярҙам итә, уйын индустрияһының төп йүнәлештәре буйынса уҡытыу сессиялары һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.«Brain Bricks» клубы әүҙем йәштәрҙе берләштерә. Улар әйтеңенсә, уйындар фекерләү ҡеүәһен, фантазияны һәм аралашыу һәләтен үҫтерә, туған телдәрҙе өйрәнеүгә ярҙам итә.




