Рәсәйҙә суд приставтары институтына нигеҙ һалыныуға 160 йыл тулды

Радий хәбиров тарихи дата уңайынан «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Сара ил Президенты Владимир Путиндың видеоҡотлауы менән асылды. Республика башлығы үҙенең сығышында суд приставтарының дәүләт ғәҙеллек системаһының айырылғыһыҙ өлөшө булыуын билдәләне. Бөгөн һеҙһеҙ суд ҡарарҙарын үтәүҙең, законлылыҡты контролдә тотоуҙың, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауҙың һөҙөмтәле механизмын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел, тине Радий Хәбиров.

2025 йылдың тәүге ярты йыллығында республиканың суд приставтары 11 миллиард һум самаһы бурысты ҡайтартҡан, шуның 1 миллиард һумдан ашыуы-төбәк бюджетына. Хеҙмәт тырышлығы менән миграция ҡануниәтен боҙған 260-ҡа яҡын сит ил кешеһе һәм гражданлығы булмаған кешеләр мәжбүри рәүештә илдән ҡыуып сығарыла. Башҡортостан башлығы суд приставтарына намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградалары менән бүләкләне.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ