Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Суд хеҙмәткәрҙәре көнө үткәрелде

Бөгөн илдә тәүге тапҡыр суд хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Һөнәри байрам Юғары суд рәйесе Игорь Краснов башланғысы менән булдырыла. Был тәҡдим Владимир Путин тарафынан да хуплау таба. Рәсәй суд эштәренең фундаменталь нигеҙҙәрен 300 йылдан ашыу элек Император Петр Беренсе һалған тип иҫәпләнә. 1723 йылдың 5 ноябрендә ул суд системаһының төп принциптарын билдәләгән указға ҡул ҡуя.

Судьялар дәүләткә, йәмғиәткә һәм граждандарға яуаплы хеҙмәт итә. Был һөнәр закондарҙы, хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын тәрән белеүҙе генә түгел, ә юғары әхлаҡи сифаттарҙы, кешеләрҙе тыңлай белеү һәләтен дә талап итә. Бөгөн Башҡортостан фемидаһы системаһында 650-гә яҡын судья һәм 2 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Уларға йөкләмә ғәйәт ҙур. Быйыл 9 айҙа ғына 900 меңдән ашыу эш ҡаралған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ