Ижад өсөн урын. Өфөлә республикала иң ҙур креатив парк барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бөгөн проект Радий Хәбиров ҡатнашлығында ижади индустриялар сәғәте ултырышында тәҡдим иттелде. 25 мең квадрат метр, тиҫтәләгән студия, ял көндәрендә бушлай оҫталыҡ дәрестәре һәм тәүлегенә ун мең кеше. Бизнесмендарҙың баһаһы буйынса өфөләге ижади паркка тап шул тиклем кеше йөрөйәсәк. Республикала иң ҙур кластерҙы яҡын киләсәктә булдырыу планлаштырыла.
Бер ҡыйыҡ аҫтында комплекс айти-индустрияның ижадсыларын һәм хеҙмәткәрҙәрен берләштерергә тейеш. Башҡортостан башлығы был идеяны хупланы һәм эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.
Шулай уҡ осрашыуҙа төбәктең алдынғы предприятиелары продукцияһының фото-видеоконтентын булдырыусы эшҡыуарҙар үҙҙәренең бизнес-идеялары менән уртаҡлашты. Төбәк етәксеһе эшҡыуарҙарҙы үҙ ресурстарын теүәл баһаларға һәм иҡтисадтағы үҙгәрештәргә яраҡлашырға саҡырҙы.



