Радий Хәбиров «Тарих һаҡсылары» слетында ҡатнашты

Йәш быуын менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк. Был турала Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, «Юнармия» ның баш штабы етәксеһе Владислав Головин һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең идаралыҡ рәйесе урынбаҫары Ксения Янова менән осрашыуҙа белдереҙе.

Баш ҡала вәкилдәре Башҡортостанға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыу өсөн килгән. Көн тәртибендә киләсәк быуынды илһөйәр рухта тәрбиәләү һәм йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләре. Радий Хәбиров республикала был мәсьәләләргә өҫтөнлөклө ҡараш булыуын билдәләне.

Республика етәксеһе «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ла ҡатнашты. Илдең 75 төбәгенән биш йөҙҙән ашыу үҫмерҙе берләштергән сарала сығыш яһап Радий Хәбиров проекттың үтә лә мөһим булыуын белдерҙе. Форумды «Беренселәр хәрәкәте» менән «Юнармия» берлектә ойоштора. Ул тотош илдән тарихҡа битараф булмаған уҡыусылар, остаздар һәм ата-әсәләрҙе берләштерә. Һеҙ ваҡыт уҙғарыу, ял итеү өсөн генә түгел, ә яңы бәйләнештәр, проекттар табырға, бәйләнештәр булдырыу, яңы киңлекттәр үҙләштереү өсөн йыйылғанһығыҙ. Һеҙҙең ыңғай энергиянан киләсәккә ышаныс тағы ла арта, тине Радий Хәбиров. Рәсәй Геройы Владислав Головин иһә киләсәкте һаҡлау тап тарихты өйрәнеүҙән башланыуын хәтергә төшөрҙө.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ