Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге-иң яҡшыһы. Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында ойошторолған конкурста төрлө күрһәткестәр ҡаралған. Шул иҫәптән, үҙәктең заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылыуы тикшерелгән. Дауахананың Перинаталь үҙәге башҡа бала табыу йорттары араһында өлкән пациенттар өсөн реанимация бүлеге булған берҙән-бер учреждение. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.
Һыу тултырылған шешәгә өрөү-үпкәләрҙең сыҙамлығын арттыра. Бындай тын алыу гимнастикаһын Татьяна Егорова көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлай.
Татьяна Егорова йөклөлөктөң 25-се аҙнаһында. Тәүге тапҡыр әсәй булырға йыйынған ханым пневмония йоҡторған. Юғары температура менән өс дауаханала, шул иҫәптән ковид-үҙәктә көрәшәләр. Сир сигенмәй. Табиптар Татьянаны Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына күсерергә ҡарар итә. Заман технолгияларына ярашлы йыһазландырылған реанимация палатаһында ул хәле яҡшырғанға тиклем үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла.
Медицина учреждениеһына тотош республиканан пациенттар килә. Уларға сифатлы ярҙам күрһәтеү, йөклөлөктө һаҡлап ҡалыу, ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы тәрбиәләү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Дауахана башҡа бала табыу йорттарынан йөклө ҡатындар өсөн реанимация бүлеге булыуы менән айырыла. Әле был палаталар «Ғаилә» милли проекты, «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк программаһына ярашлы медицина техникаһы менән йыһазландырыла.
Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының Перинаталь үҙәге Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы тип танылған. Почетлы исем менән ул Ҡазанда үткән «Рәсәйҙең репродуктив потенциалы» конгресында бүләкләнә.
Йыл башынан алып дауахананың Перинаталь үҙәгендә 2 мең 507 сабый донъяға килгән. Уларҙың 250-гә яҡыны ваҡытынан алда тыуған, йөклөлөктөң 18 ауыр осрағы теркәлгән. Бында көн һайын юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелә, акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә иң яҡшы тәжрибәләр ҡулланыла.
Әлфинә Килдейәрова



