Бөгөн Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы асылды. Күләмле проект илдең 13 төбәгендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт аграр университетында ойошторолған майҙансыҡ менән беренсе көнөндә 700-гә яҡын бала танышҡан. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ветеринария клиникаһында балалар мал табибы һөнәре нескәлектәренә төшөндө. Улар аҡ халаттар кейеп тояғы имгәнгән быҙауға ренгент та эшләне, укол да ҡаҙаны. Рәсәй ауыл хужалығы министрлығы тарафынан ойошторолған интерактив белем биреү майҙансығы практик белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуя ла инде.
Һәр һөнәргә айырым майҙансыҡ. Балыҡсылыҡ фермаһында мәҫәлән, балалар Рәсәйҙә үрсетелгән балыҡ төрҙәре менән танышты. Уйын формаһында булһа ла, тармаҡ иҡтисадын үҫтереү буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.
Уйын формаһында ҡоролған майҙансыҡтар ысынбарлыҡтағы шарттарға яҡынайтылған. Балалар ҡошсолоҡ фабрикаһында тауыҡ йомортҡаларын сорттарға бүлергә өйрәнде, роботлаштырылған һауым процесын ҡараны. Ауыл хужалығына ҡағылышлы һуңғы яңылыҡтары менән танышты.
Һәр локацияла балаларға аҡса эшләү мөмкинлеге лә бирелде. Тупланған сумманан сығып улар кибеттән аҙыҡ-түлек алды һәм ошо рәүешле, финанс грамоталыҡ мәсьәләләренә төшөндө.
Күләмле проект Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Бөгөн ул Санкт-Петербург менән бергә, Өфөлә асылды. Беренсе көндә үк республиканың дүрт тиҫтәләп мәктәбенән 682 уҡыусыһы интерактив майҙансыҡ менән танышты.
Азат Ғәлиуллин



