“Йәштәр менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Тарих һаҡсылары” слетында шулай тип белдерҙе. Ул Рәсәй Геройы, “Юнармияның” баш штабы етәксеһе Владислав Головин һәм “Беренселәр хәрәкәтенең” идаралыҡ рәйесе урынбаҫары Ксения Янова менән осрашты. Слетта киләсәк быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе ҡарала.

“Йәштәр менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк”

Бөтә Рәсәй слетында илдең 75 төбәгенән биш йөҙҙән ашыу үҫмер ҡатнаша. Радий Хәбиров проекттың үтә лә мөһим булыуы тураһында белдерҙе. Форумды “Беренселәр хәрәкәте” һәм “Юнармия” ойоштора. Ул тарихҡа битараф булмаған уҡыусылар, остаздар һәм ата-әсәләрҙе берләштерә. “Киләсәкте һаҡлау тап тарихты өйрәнеүҙән башлана”, - ти Рәсәй Геройы Владислав Головин.

“Йәштәр менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк”

Слет бөгөн дә дауам итә. Ултырыштар үтә. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ Өфөнөң Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскә һала.

Фото №1 - “Йәштәр менән эшләү минең өсөн шәхси өҫтөнлөк”
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ