Республикала ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 1 миллиард йүнәлтелә

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала белдерҙе.  Аҡса “Агросәнәғәт комплексына кадрҙар” федераль проектының  аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү программаһына ярашлы бүленә. 2030 йылға тиклем предприятиеларҙы 95 процентҡа хеҙмәткәрҙәр менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйыла. “ауыл хужалығы тармағына кадрҙарҙы мәктәптән әҙерләү мөһим. Райондарҙа агрокластар булдырыла. Быйыл Бүздәк һәм Нуриман арйондарында ике синыф асылды. Аграр вузды яңыртыу бурысы тора. Йыл һайын 1 миллиард һум алһаҡ, белем биреү системаһын тулыһынса яңыртыуға өлгәшәбеҙ. Унда заманса кадрҙар әҙерләнәсәк”, - тине Илшат Фәзрахманов.

Фото №1 - Республикала ауыл хужалығы өсөн кадрҙар әҙерләүгә 1 миллиард йүнәлтелә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ