Райондың Савельевка ауылындағы монумент урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас ауылдан 58 кеше фронтҡа китә. Уларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайта. Тыуған ил азатлығы өсөн башын һалғандарҙың исеме гранит ташҡа уйылған. Һәйкәлдә тыл кешеләренең хеҙмәте лә күрһәтелгән. “Яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Был һәйкәл - тарихи һабаҡ. Ул тыныслыҡ һаҡлауҙа һәр кемдең яуаплы булыуын күрһәтә”, - тип белдерҙе район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.




