11 ноябрҙә Радий Хәбиров тура бәйләнеш уҙғара. Республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, халыҡтан килгән иң күп мөрәжәғәттәр юл торошона бәйле. Шулай уҡ төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш өлкәһенә ҡағылышлы һорауҙар йыш ҡабул ителә. Социаль хеҙмәтләндереү темаһы ла көнүҙәк мәсьәләләр исемлегендә. Тура элемтә барышын БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”,”UTV”, “Вся Уфа” һәм “Сәләм” телеканалдары тура эфирҙа күрһәтә. "Юлдаш" радиоһында һәм социаль селтәрҙә трансляция була.




