Башҡортостан фильмы “Радонеж” кинофестивалендә күрһәтелә

“Бер роль яҙмышы” тигән документаль таҫма Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында төшөрөлгән. Ул “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” спектаклен әҙерләү барышын һүрәтләй. Актриса Илгизә Ғилманова ҡатмарлы ролде башҡарыуы, шулай уҡ республиканың “Именлек” геронтология үҙәгендә ирекмән булып эшләүе тураһында һөйләй. “Бер роль яҙмышы” фильмы 12 ноябрҙә Мәскәүҙең “Сатурн” кинотеатрында тәҡдим ителә.

Фото №1 - Башҡортостан фильмы “Радонеж” кинофестивалендә күрһәтелә
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ