Архангел районы Ҡыҙғы ауылында фельдшер-акушер пункты асылған. Ул 260 кешене хеҙмәтләндерә. Урындағы халыҡ яңы бина асылыуын көтөп алған. Төҙөлөш эштәре уҙған йылда Республика Башлығы Радий Хәбировҡа тура бәйләнеш барышында мөрәжәғәттән һуң башланған. Ауылда йәшәүсе Ғәлиә Ишбулдина һөйләй.
11 ноябрҙә Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә. Тура элемтә барышы республиканың төп телеканалдарында, “Юлдаш” радиоһында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтелә. Видеомөрәжәғәттәрҙе 10 ноябрь киске 7-гә тиклем Республика Башлығы сайтында ҡалдырырға була. Һорауҙар тура эфир барышында ла ҡабул ителә.




