Район хакимиәте башлығы Анна Карабанова белдереүенсә, эштәр теүәлләнеп килә. “Объект социаль әһәмиәтле. Шуға даими контролдә тотола. Төҙөлөштө ваҡытында тамамлау мөһим. Мебель һәм ҡорамалдар әҙер. Эске биҙәкләү эштәре бөткәс тә, улар урынлаштырыла башлай. Йыл аҙағына тиклем лицензия һәм документтар алынырға тейеш. Киләһе йыл башында медицина хеҙмәткәрҙәре яңы бинала бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итергә ниәтләй”, тип яҙған телеграм каналында Анна Карабанова. Былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, Благовещендан тыш Асҡар, Учалы һәм Яңауылда балалар поликлиникаһы төҙөлә башланы. Асҡын, Кушнаренко һәм Баҡалыла шулай уҡ медицина учрежденилары һалына.




