Баш ҡалала Рәсәй Сәнәғәт форумы үтә. Ҙур сара 12 ноябрҙә башлана һәм өс көн дауам итә. Шулай уҡ “Машина эшләү. Металл эшкәртеү” тип аталған күргәҙмә ойошторола. Конгресс барышында сәнәғәт үҫешенә арналған 30-ҙан ашыу түңәрәк өҫтәл ҡаралған. “Илдең технологик үҫеше: фән, етештереү, кадрҙар” тигән темаға бағышланған пленар ултырыш уҙғарыла.




