Республика урмандарында видеокүҙәтеү ҡоролмаларын арттырыу ҡарала

Башҡортостан Урман хужалығы министры ошо турала белдерҙе. Марат Шәрәфетдинов әйтеүенсә, киләһе йылда урман биләмәләренә кәмендә 35-40 камера урынлаштырыу планлаштырыла. Әле федераль үҙәк менән ошо турала һөйләшеү алып барыла. “Йыһан, авиация һәм ҡоро ерҙән күҙәтеү менән бер рәттән, видео күҙәтеү системаһын көсәйтеүгә ирештек. Быйыл урмандарҙы 22 видеокамера күҙәттте. Урман эргәһендә 22 урында янғын теркәлде. Беҙ ут таралауын иҫкәртеүгә өлгәштек”, - тине Марат Шәрәфетдинов. Урман янғындары йышыраҡ Урал аръяғы райондарында теркәлә.

Фото №1 - Республика урмандарында видеокүҙәтеү ҡоролмаларын арттырыу ҡарала
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ