Салауат Юлаев батальоны яугирҙары башҡорт ҡайындары ултыртҡан

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар Донбаста Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына ҡуйылған мемориалды тәртипкә килтергән.  Үҫентеләр Ишембай районынан килтерелгән. “Беҙҙең ир-егеттәр ваҡытлыса дислокация пунктында тора. Улар яңы хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙерләнә. Хәрбиҙәр тап ҡайын ағастарын һайланы. Сөнки ул Рәсәй символы. Бында ундай ағастар һирәк үҫә. Төп алып, ергә берегеп китһәләр, бик матур буласаҡ”, - тип белдерҙе Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе, Салауат Юлаев батальонына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Артур Йомағужин.

Фото №1 - Салауат Юлаев батальоны яугирҙары башҡорт ҡайындары ултыртҡан
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ