Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы

Президент был турала Кремлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында хәбәр итте. Был ҡарар илебеҙҙә йәшәгән 190-дан ашыу халыҡ һәм этник төркөмдәр араһында берҙәмлек һәм үҙ-ара ихтирамдың мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтә.

Йыл һайын ойошторолоп килгән «Ҙур этнографик диктант» та Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырырға, этномәҙәни грамоталылыҡтың дөйөм кимәлен баһаларға ярҙам итә. Быйыл «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы тәүге тапҡыр мәғрифәтселек акцияһын үткәреүҙең рәсми майҙансығына әүерелде. Үҙ белемен бында Рәсәй халыҡтарының төбәк ассамблеяһы ағзалары, милли-мәҙәни үҙәктәр, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары тикшерҙе.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ