Өфөлә «Студенттар осрашыуы» фестивале үтте

Ул республиканың медицина колледждары уҡыусыларын берләштерҙе. Иң яҡшы ижади коллектив исеменә 200-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет көрәште. Әлеге сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Сәхнәлә үҙенең вокал талантын махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Андрей Рыженьков та күрһәтте. Күп балалы атай бөгөн Белорет медицина колледжында уҡый. Фестивалдә студенттар йырланы, бейене һәм шиғырҙар уҡыны. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бындай сара республика медицина урта махсус уҡыу йорттары студенттарына анатомияны өйрәнергә генә түгел, ижади һәләттәрҙе үҫтереүгә лә ваҡыт табырға мөмкинлек бирә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ