Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо

Тыңларға һәм ярҙам итергә. Өфөлә газификация мәсьәләләре буйынса граждандарҙы ҡабул итеү ойошторолдо. Сараны уҙғарыу башланғысы менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһаған. Рәсәй парламентеры халыҡтан килгән һорауҙарҙы муниципаль һәм дәүләт власы органдары, профилле ведомстволар һәм партнер ойошмалар вәкилдәре менән бергә тыңланы.

Халыҡ менән асыҡ диалог федераль программаны тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә тейеш, тип күҙаллана. Эльвира Айытҡолова белдереүенсә догазификация-кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ һәм хәүефһеҙерәк итеүгә йүнәлтелгән мөһим социаль проект. Шуға ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыу процедураһын мөмкин тиклем ябайлаштырыу, килеп тыуған һорауҙарҙы тиҙ арала хәл итеү төп бурыс. Граждандар менән туранан-тура бәйләнеш барышында һәр кем шәхси консультация һәм ярҙам ала алды.

Эльвира Айытҡолованың башланғысы Башҡортостан халҡы өсөн газ үткәреү барышында бюрократик ҡатмарлыҡтарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән. Догазификация программаһы төбәктә йәшәү сифатын яҡшыртыуҙың төп ҡоралдарының береһе булып ҡала. Өфө, Ҡырмыҫҡалы, Салауат Благовещен, Кушнаренко, Благовар, Иглин һәм Архангел райондары граждандары үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Улар араһында хаҡлы ялдағылар һәм күп балалы әсәләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, уларҙың ғаилә ағзалары бар.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ