Техник культуралар күләмен арттырыу һәм яңы баҙарҙарға сығыу. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, тармаҡтың яҡын киләсәккә бурыстары ошолар. Быйыл республикала майлы культуралар миллион тонна самаһы урылып, йәнә рекорд ҡуйылды. Эске баҙарҙа был культуралар игендән айырмалы ҡиммәтерәк хаҡҡа тәҡдим ителә. Шуға ла киләһе йылдарҙа ведомство етәкселеге республикала сояның сәсеүлек майҙандарын арттырыу, шулай уҡ эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереү маҡсатары ҡуя.
Тармаҡтың ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе 2 тапҡырға арттырыу мөмкинлеге бар. Шул уҡ ваҡытта элеваторҙар н һәм ырҙын табаҡтарын эшен камиллаштырыу талап ителә. Профилле ведомство фермерҙарҙы киләһе миҙгелгә әҙерлек барышында льготалы кредиттарҙы әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. Йыл аҙағына тиклем бәләкәй һәм урта предприятиелар өсөн ҙур күләмдә лимиттар ҡалған, яңы йылдан уларҙың күпселек өлөшөн эре компаниялар аласаҡ. Экспорт мәсьәләләренә килгәндә, Башҡортостан биш тиҫтәләп сит ил менән хеҙмәттәшлек булдырған. Мәҫәлән, ҡоро һөт оҙатыу буйынса Алжир төп ҡулланыусыларҙың береһе.



