Башҡортостанда пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыу буйынса алдынғы клиника эшләп килә

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы 1-се этап медицина реабилитацияһы буйынса илдең иң алдынғы 3 дауаханаһы исемлегенә инә. Бүлек пациенттарҙы реабилитациялау, ҡатмарлы операцияларҙан һуң аяҡҡа баҫтырыу буйынса махсуслаша. Юғары технологиялы ҡоролмалар, үҙ һөнәренең оҫталары һәм психологик ярҙам, йәғни комлекслы алым үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Пациенттарҙың һәр иртәһе дарыуҙар, дауалау процедураларынан ғына түгел, яҡты йөҙҙән, йылы һүҙҙән дә башлана. Бүлек хеҙмәткәрҙәре һәр дауаланыусыны үҙенең яҡын кешеһе кеүек тәрбиәләй. Реабилитация комплекслы алып барылғанда ғына үҙ һөҙөмтәһен бирә. Аяҡтан яҙып килгәйнем, йөрөй башланым, ти Яңауылдан Рәлиф Ибраһимов.

Медицина хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, реабилитацияның һөҙөмтәһе күп яҡлы эшмәкәрлеккә бәйле. Бында заманска ҡоролмаларҙы файҙаланыу ҙа, персоналдың һөнәри оҫталығы ла, йылы мөнәсәбәт тә үҙ өлөшөн индерә. Дауалау физкультураһы буйынса инструктор Регина Хәкимова урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Табип һөнәре алғанға тиклем шәфҡәт туташы булып эшләү оло тәжрибә бирҙе, ти ул.

Бүлектә дауалау физкультураһы күнекмәләренең үҙенсәлекле һәм һөҙөмтәле алымдары үҙләштерелгән. Программалар һәр пациент өсөн айырым әҙерләнә. Бында операция төрө лә, үткәрелгән әмәлиәттең ҡатмарлығы ла, пациенттың сәләмәтлек торошо ла иҫәпкә алына. Бүлектә йөрәккә, умыртҡа һөйәгенә, быуындарға операцияларҙан һуң медицина реабилитацияһы уҙғарыла. Айһылыу Тазиева тәжрибәле инструктор, шәхсән ҡараш мөһим, ти ул.

Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының реабилитация бүлегендә 50-нән ашыу пациент дауаланыу курсы үтә. Улар барыһы ла аяҡҡа баҫып, тулы ҡанлы тормош алып барасағына шикләнмәй. Бары тик табиптарҙың күрһәтмәләрен теүәл үтәү, клиникала башланған дауалау процесын дауам итеү мотлаҡ.

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ