Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә «55+» ял үҙәге өлкәндәрҙе әүҙем тормошҡа йәлеп итә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге «55+» ял үҙәгенә йөрөүсе өлкәндәр тап шулай тип иҫбатлай. 2018 йылда асылған үҙәккә 300-ләгән пенсионер йөрөй. Улар өсөн 16 түңәрәк һәм студия эшләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем йәшәү рәүешен үҙ иткәндәр өсөн бында йыр, бейеү, туризм, әҙәбиәт йүнәлештәре буйынса төрлө ижади түңәрәктәр алып барыла. Үҙәктә шөғөлләнеүсе иң оло кешегә 84 йәш. Нәзибә Миңлеғәзим ҡыҙы өйҙә ултырыуҙы өнәмәй, быйыл йәй генә лә республика буйлап биш тапҡыр сәйәхәттә булып ҡайтҡан.

Ғүмер буйы медицинала эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Марина Тесля пилатес түңәрәге алып бара. Спорттың был төрөнә ҡырҡҡа яҡын кеше йөрөй. Йога, гимнастика элементтарын үҙ эсенә алған күнекмәләр өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә ыңғай тәьҫир итә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ