Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында ҡатнашты. Күләмле сара былтыр Өфөлә үткәйне, быйыл эстафетаны Һамар ҡалаһы ҡабул итте. Майҙансыҡтарҙың береһендә Радий Хәбиров Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконы физкультура һәм спортты үҫтереү өлкәһендә төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре, шулай уҡ төҙөлгән ҙур спорт объекттары менән таныштырҙы.

Дөйөм алғанда, спорт-республикабыҙ дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе. Төбәктә спорт инфраструктураһы яҡшы үҫешкән, төрлө дисциплиналарҙа көслө командалар һәм атлеттар күп.

Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ Рәсәй Президенты ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса пленар ултырышта һәм советта ҡатнашты. Унда Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы спорт кешеләрҙе берләштерергә, халыҡтар араһында күперҙәр төҙөргә тейеш тип билдәләне. Был йәһәттән президент Рәсәй Паралимпия комитетының хоҡуҡтарын тергеҙеү тураһында төплө һәм ғәҙел ҡарар ҡабул иткәндәргә рәхмәт белдерҙе. Әле Рәсәйҙә спорт инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Барлығы 370 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар, һәм беҙ был йүнәлештә туҡтап ҡалырға йыйынмайбыҙ, Владимир Путин.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ