Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына төбәк радио-телеканалдарында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы һәр кем үҙе өсөн уңайлы ысул менән ебәрә ала. Радий Хәбиров менән Тура бәйленеш граждандарҙың көндәлек мәсьәләләрен, мөрәжәғәттәрен хәл итеү өсөн һөҙөмтәле майҙансыҡ булып тора. Мөрәжәғәттәрҙең төп өлөшө бер нисә аҙна йәки ай эсендә хәл ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнешкә һанаулы көндәр ҡалды. Республика менән идара итеү үҙәгендә эшләгән белгестәр өсөн ҡыҙыу эҙерлек мәле. Улар граждандарҙан тәүлегенә йөҙәрләгән мөрәжәғәт-һорау ҡабул итә. Йылдағыса, Тура бәйләнеш халыҡты борсоған мөһим һорауҙарҙы хәл итеү өсөн эшлекле майҙансыҡ булып тора.
Былтыр Башҡортостан башлығы менән «Тура бәйләнеш» барышында Радий Хәбиров республика халҡының, журналистарҙың һәм йәмәғәтселәрҙең 65 һорауына яуап бирҙе. Республика башлығы исеменә барлығы 9 меңдән ашыу һорау һәм мөрәжәғәт килгән.
Политологтар һәм эксперттар әйтеүенсә, һорауҙарҙың күп булыуы халыҡтың Радий Хәбировҡа һәм уның командаһына ышанысын иҫбатлай. Тура Бәйленеште әҙерләүсе төркөм быйыл да Башҡортостан башлығы менән аралашыу етди, халыҡ өсөн файҙалы һәм һөҙөмтәле, эшлекле буласаҡ тигән өмөттә.
Флорида Ким



