Өфө фән һәм технологиялар университетында күренекле ғалим Марат Зәйнуллиндың 90 йыллығына арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Марат Вәли улы башҡорт теленең грамматик төҙөлөшө, башҡорт тел ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул 400-гә яҡын фәнни хеҙмәт, тиҫтәләгән китап һәм дәреслек, 600-ҙән ашыу мәҡәлә авторы.
Башҡорт тел ғилеме буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалыусы, телдә модаллек теорияһын индереүсе лә булып тора. Уның ғилми эшмәкәрлеге телде ентекле байҡауҙы, тәрән өйрәнеүҙе талап итә. Марат Зәйнуллиндың тағы бер ҙур ҡаҙанышы тип йәш ғалимдар тәрбиләүгә индергән өлөшөн атарға мөмкин. Уның ҡул аҫтында 4 тиҫтәләп фән докторы һәм кандидаты диссертация яҡлай. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ғалимдың тормошо һәм фәнни юлына байҡау яһаны. Уның юлын дауам итеүселәр яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.



