Өфөлә режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте

Кино сәнғәтендә үҙенсәлекле премьера. Өфөнөң «Родина» кинотеатрында режиссер Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмының исем туйы үтте. Көйефте күтәрә, йөрәккә ҡағыла, уйландыра, күңелдә яҡты эҙ ҡалдыра. Роман Пожидаевтың «Батырҙар ташы» фильмы тап шундай.

Был фильм боронғолар аҡылы һәм хәҙерге ысынбарлыҡ, шәхси кисерештәр һәм ата-бабалар булмышына үрелеп барған ғәжәйеп тарих.Тәүге минуттарҙан картина тамашасыны серлелек һәм мөғжизә атмосфераһына сумдыра. Тамашасыға Руслан исемле егеттең тарихы тәҡдим ителә. Уның үткәндәр менән осрашыуы, боронғо артефактты мажаралы эҙләүе, мистик мираҫ менән бәрелеше-былар барыһы ла мауыҡтырғыс хикәйәгә әүерелә.

Роман Пожидаев киноһы бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Был фмльм күңел асыу тамашаһы ғына түгел, ә тамырҙарҙы барлау, мөғжизәгә ышаныу һәм үҙгәрештәр өсөн көс табыу хаҡында. «Батырҙар ташы» фильмын тамаша ҡылыу өсөн Пушкин картаһын ҡулланырға мөмкин. Ә райондарҙа йәш тамашасыларҙы кино сәнғәтенә ылыҡтырыу өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҙә күҙаллана.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ