Өфөлә академик Зиннур Ураҡсиндың 90 йыллығына арналған халыҡ-ара конференция үтте

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында «2-се Ураксин уҡыуҙары»фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙҙы.

Унда ҡатнашыусылар һанлаштырыу дәүерендә гуманитар белемдең мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Фекер алышыуҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, шулай уҡ төрки телле халыҡтар йәшәгән Рәсәй төбәктәре һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре вәкилдәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән Үзбәкстандың Альфраганус университеты араһында ике яҡлы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция филология фәндәре докторы, профессор, академик Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды. Уның ғилми мираҫы әле лә көнүҙәклеген юғалтмай. Ғалим исемендәге уҡыуҙар быуындар һәм мәҙәниәттәр бәйләнеше, әлеге ваҡытта гуманитар белемдең әһәмиәтен сағылдырған ғилми форумға әйләнә бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ