Иң яҡшы механизаторҙарға «Лада Нива». Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы уҙған тантаналы йыйылышта хеҙмәт алдынғыларына автомобиль асҡыстары тапшырылды.Еңеүселәрҙе Башҡортостан башлығы тәбрикләне.
Радий Хәбиров ер хужаларына фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе, бурыстарҙы билдәләне. Себеште көҙ һанайҙар тигән һымаҡ, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн көҙ-уңышты туплау, алдағы бурыстарҙы күҙаллау мәле. Һөнәри байрамдың да тап ошо мәлгә тура килеүе тәбиғи. Ер хужалары быйыл уны рекордлы күрһәткестәр, күтәренке кәйеф менән ҡаршы ала.
Тантаналы йыйылыштың күркәм биҙәге-иң яҡшы механизаторҙарҙы автомобиль менән бүләкләү. Быйыл асҡыс 10 кешегә тапшырылды, улар араһында оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле механизаторҙар ҙа, йәштәр ҙә бар.
Сарала шулай уҡ ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса конкурста еңеү яулаған муниципаль берәмектәр бүләкләнде




