Өфөлә «Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһын өс көн эсендә генә 100-ҙән ашыу мәктәбенән мең ярымлап уҡыусы ҡараған. Ул Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырылған күләмле проект. Уның эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та танышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мәктәп уҡыусылары үҙҙәрен бөгөн ғалим булараҡ һынап ҡараны. Улар лабораторияларҙа ғына түгел, тәжрибә участкаларына уҡ сығып эшләне. Әлбиттә, эштәр әлегә тик виртуаль киңлектә генә башҡарылды. Әммә, ҡуйылған талаптарҙы балалар теүәл үтәргә тырышты. Баҫыуҙарҙы дөрөҫ эшкәртеү, ваҡытында индерелгән ашламалар сәселгән культураларҙы юғалтыуһыҙ йыйыу мөмкинлеген бирҙе.
«Мин АГРО-ла» тип исемләнгән проект Рәсәйҙең үҙ аграр университеты булған 13 ҡалаһында тормошҡа ашырыла. Ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы мәктәп йәшендәгеләргә тәғәйенләнгән. Улар бында тармаҡ нескәлектәренә төшөнә, һөнәр һайлау ала. Юҡҡа ғына балаларға һәр локацияла махсус кейемдәр тәҡдим ителмәне.
Уйын формаһында булһа ла, балалар тармаҡ иҡтисадын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Федераль проект һөнәр нескәлегенә мәктәп партаһынан уҡ тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы тарафынан тормошҡа ашырылған. Махсус программа эшмәкәрлеге менән республика башлығы ла яҡындан танышты. Радий Хәбиров ветеринария клиникаһы, балыҡ фермаһы, кибет, агротехнология класы һәм һөт заводы локацияларын ҡараны. Балаларға урында ауыл хужалығы тармағы һөнәрҙәре менән бергә, финанс белем үҙләштереү мөмкинлеге лә бирелде.
Башҡорт дәүләт аграр университетында йәмғеһе 17 тематик локация тәҡдим ителгән. Һәр ҡайһыһы студенттар етәкселегендә алып барыла. Улар бында ҡатнашыу өсөн махсус әҙерлек курстары үткән. Киләсәктә яңы быуын уҡыусыларын да йәлеп итмәй ҡалмаясаҡ. Сөнки, Башҡорт дәүләт аграр университеты йәнә камиллашыу өҫтөндә.
«Мин АГРО-ла» ауыл хужалығы комплексының һөнәрҙәр ҡалаһы үҙ эшен 11 ноябргә тиклем дауам итә. Ойоштороусылар республика район-ҡалаларынан 4 мең самаһы мәктәп уҡыусыларын йәлеп итеүҙе планлаштыра.
Азат Ғәлиуллин




