Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, төбәк аграрийҙары йыл һайын республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ. Үҫтерелгән мул уңыш, мал аҙығының тейешле күләмдә тупланыуы һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүҙәге ҡаҙаныштар ҙа аграр йылдың уңышлы тамамланыуына ишаралай. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Иртә таңдан ҡараңғы кискә тиклем баҫыуҙарҙа ең һыҙғанып эшләгән аграрийҙар яуаплы осорҙо тамамлап, һөнәри байрамын билдәләне.Тантаналы ултырышта иң күп иген һуғып алған райондар тәбрикләнде. Уртаҡ көс менән республика аграрийҙары быйыл 3,8 млн тонна уңыш тупланы.
Колонналар залында төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған илле белгес маҡтаулы исемдәр, Салауат Юлаев ордены, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы һәм Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров аграрийҙарҙы хеҙмәт геройҙары тип атаны. Төбәктә етештерелгән аҙыҡ-түлек күләме буйынса республика Рәсәйҙең алдынғы ун төбәге иҫәбендә.
Республикала юғары темп менән заманса индустриаль һөт фермалары төҙөлә, шулай уҡ ҡошсолоҡ һәм малсылыҡ тармаҡтары үҫешһен өсөн фермалар сафҡа индерелә. Төбәк аграрийҙары Башҡортостанды тулыһынса аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙән тыш, сит төбәктәргә һатыуға оҙатырлыҡ продукция етештерә. Быйыл ғына экспортҡа 40 илгә йөҙәрләгән тонна уңыш ебәрелгән.
Ф.Ким



