Яңы майҙансыҡ Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Ляонин университеты араһында тиҫтә йыллап алып барылған хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылды. Үҙәктә мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм оло быуын вәкилдәре өсөн ҡытай телен, шулай уҡ каллиграфия, декоратив сәнғәт төрҙәрен өйрәнеү буйынса ла махсус дәрестәр үтәсәк. Тел компетенцияларын камиллаштырыу өсөн Ляонин ҡалаһы университеты профессорҙары онлайн-платформала ла дәрестәр ойошторор тип көтөлә. Сарала ҡатнашыусылар кампуста ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәгенең асылыуы ике яҡ араһындағы мәҙәни-ара диалогты үҫтереүгә һәм белем биреү мөмкинлектәрен киңәйтеүғә ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип билдәләнде.



