Өфөлә Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янында йәмәгәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмәне төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла. Биләмәлә плиталар түшәү тамамланған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Әлеге ваҡытта биләмәне кәртәләү һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу эштәре алып барыла. Объект 90 процентҡа әҙер. Киләсәктә бында тарихи шәхескә һәйкәл ҡуйыу ҙа күҙаллана.




