Хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн тәғәйенләнгән машинаны активист Азамат Сәлихов әҙерләгән. Ҡала хакимиәте башлығы Анна Карабанова социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. Броневикты алғы һыҙыҡҡа «Бурый» ҡушаматлы һалдат алып киткән. Халыҡ шулай уҡ генератор, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ебәргән. Гуманитар ярҙам 428-се полк яугирҙарына тәғәйенләнә.




