Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирәсәк

11 ноябрҙә киске сәғәт етелә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш үтә. Республика етәксеһе халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнешкә һорауҙарҙы бер нисә юл менән ебәрә алаһығыҙ.

Башҡортостан башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә, MAX милли мессенджерындағы, «Телеграм» каналдағы, «Бәйләнештә» селтәрендәге, «Класташтар» селтәрендәге чат-бот аша, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында һорау ҡалдырырға була. Видео һәм яҙма һорауҙар ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ебәрергә мөмкин. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө урамдарына сығып халыҡтың Башҡортостан башлығына бирергә уйлаған һорауҙары менән ҡыҙыҡһынды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ