Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы

Тыуып үҫкән ҡалаға бүләк. Өфөлә йәшәүсе Лилия Евдокоимова ихатаһында үҫкән шыршыны Ленин районына тапшырҙы. Ылыҫлы ағасты ҡатындың өләсәһе 5 тиҫтә йыл самаһы элек ултыртҡан булған. Мәңге йәшел һылыуҡайҙың бейеклеге 22 метрға етә, ә олононоң диаметры метрҙан күберәк. Йылдан-йыл ҡартая барған ағас урындағы халыҡта хәүеф тыуҙыра, сөнки уның көслө ел ваҡытында ҡолау ихтималлы арта. Шуға ла йорт хужабикәһе шыршыны тыуған ҡалаһына бүләк итә. Яҡынлашып килгән байрамдың төп символы махсус техника менән Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркына килтерелә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ