Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Шаммастың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған хәтер һәм ижад кисәһе үтте.
Рауил Шаммас әҙәбиәт һөйөүселәргә үҙенең тыуған илгә, тормошҡа һөйөү менән һуғарылған шиғырҙары аша ғына түгел, тәржемәләре, журналист яҙмалары буйынса ла яҡшы таныш. Ул киң ҡырлы, тынғыһыҙ ижадсы, ике тиҫтәнән ашыу китап авторы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, шағирҙың ижад емештәре һәр китапханала лайыҡлы урын биләй, йәш быуын Рауил Шамасстың ижады менән ҡыҙыҡһына, уҡый.
Әҙәби ҡунаҡханала ҡатнашыусылар Башҡортостандың халыҡ шағирә Рауил Шаммас хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, шағирҙың ижади мираҫы, уның тәрбиәүи әһәмиәте тураһында фекер алышты. Рауил Сәхиулла улының яҡындары билдәләүенәс, ул талантлы ижадсы ғына түгел, ышансылы тормош юлдашы, хәстәрлекле атай ҙа була.




