Өфөлә Эльвира Ғәйфуллинаның юбилей бенефисы үтте

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Эльвира Ғәйфуллинаның 75 йәшлек юбилей бенефисы үтте. Эльвира Хәйретдин ҡыҙы опера сәнғәтен күтәреүгә һәм уның үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. 1980 йылдан Башҡорт хор йәмғиәтенең өлкән хорына етәкселек итә, шул уҡ ваҡытта уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дә алып бара. 4 тиҫтә йылдан ашыу ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй, хор дирижерлығы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй. Эльвира Ғәйфуллина 55 сығарылыш уҡыусылары араһында ете аспирант тәрбиәләүгә лә өлгәшкән. Уларҙың күбеһе донъя кимәлендә танылыу алған.

Йылдар дауамында тупланған тәжрибәмә таянып эш итәм. Һөнәремдең нескәлегенә арҡыһынан буйына тиклем төшөндөм. Балаларҙан үҙешмәкәр хор коллективтарына тиклем өйрәтергә, тәжрибәм менән уртаҡлашырға әҙермен. Ижади эшмәкәрлегемә ҡарап мин үҙемде бөгөн бәхетле һанайым.

Эльвира Ғәйфуллина, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында хормейстр булып ике тиҫтә йыллап эшләгән осорҙа ул 60-тан ашыу опера постановкалары өсөн хор партиялары һәм тиҫтәләгән вокаль-симфоник әҫәрҙәр ижад итә. Уның ижади мираҫына сит ил, Ватан һәм милли классиканың 150-нән ашыу операһы ингән. «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамблендә эшләгән йылдарҙа ла тиҫтәләрсә сәхнә әҫәрҙәрен сығара. Уларҙың күбеһе башҡорт мәҙәниәтенең алтын фондына ингән, ә ансамбль үҙе башҡорт милли сәнғәтенең визит карточкаһынан һанала. Әйткәндәй, Эльвира Ғәйфуллина «Алтын битлек» Рәсәй милли премияһына лайыҡ булған берҙән-бер хормейстр.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ