Башҡортостан каратэсылары «Столыпин кубогы»нда лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте

Республикның каратэ федерацияһы ветерандары Һарытауҙа «Столыпин кубогы» халыҡ-ара турнирында яҡшы һөҙөмтәләр менән сығыш яһаны. Халыҡ-ара турнирҙа Башҡортостан вәкилдәре тәжрибәле көрәшселәр араһында лайыҡлы сығыш яһаны, 35 йәштән өлкән спортсылар өсөн категорияларҙа юғары оҫталыҡ кимәлен күрһәтте. Каратэ спортын үҙ итеүсе ир-егеттәрҙең уңыштарын БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова барланы. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Столыпин кубогы» каратэ буйынса Рәсәй ярыштары календарында мөһим ваҡиға. Шуға ла төрлө өлкәләрҙә эшләүсе ветеран-спортсыларҙың бер-нисәһе төнгө сменанан һуң тура турнирға юлланған. Быйыл турнир халыҡ-ара статусын ала. Ярыштарҙа Рәсәйҙән, Үзбәкстандан, Башҡортостандан, Ҡырғыҙстандан 20 команда ҡатнашты. Турнир Рәсәйҙә каратэ спортының 48 йыллығына арнала. Яуланған миҙалдар ҙа ярайһы.

Каратэның төп үҙенсәлеге-камил техника, тормош тәжрибәһе һәм ныҡышмалылыҡ. Улар ысын оҫтаны формалаштыра, ти «Столыпин кубогы»нда еңеүсе Ирек Әхмәтшин.

Каратэ ул иң беренсе сиратта дисциплина һәм сәләмәт йәшәү рәүеше. Был спорт үҙеңде һәр ваҡыт яҡшы формала тоторға ярҙам итә. Ейән-ейәнсәҙәремдең дә каратэ спорты менән шөғөлләнеүен теләр инем.

Ирек Әхмәтшин, спорт ветераны, транспорт сараларының техник торошон күҙәтеүсе инструктор

Табип-уролог Камил Гизар улы был залда башҡа ир-егеттәр кеүек аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнә. Каратэға һөйөүе бала сағынан. Әммә бала саҡ хыялын ир ҡорона еткәс кенә тормошҡа ашыра алған.Каратэ миңә тормош мәшәҡәттәренән арынырға ярҙам итә. Был залда мин ысын мәғәнәһендә ял итәм, ти табип-уролог.

Был спортҡа 2011 килдем. Һарытауҙағы миҙал оҙаҡ йылдар, ныҡышмалы күнекмәләр аша яуланды, тренерым минән яҡшы спортсы тәрбиәләне.

Камил Ҡотошов, юғары категориялы табип-уролог, медицина фәндәре кандидаты

Каратэ көсһөҙгә-ышаныс, яҡлауһыҙға- үҙ-үҙен яҡлау күнекмәләрен бирә, әммә иң мөһиме-ихтирам һәм тыйнаҡлыҡ тәрбиәләй.Ысын каратэ оҫтаһы конфликт эҙләмәй: ул һөжүм итеү урынына һаҡланыу һәләтен ҡуллана. Тәртип һәм үҙ-үҙеңде контролдә тотоу аша кеше үҙен генә түгел, ә эргәләгеләрҙе лә һаҡларға өйрәнә, ти Илмир Йосопов.

Каратэ-ул спорт ҡына түгел, ә үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға юл асыусы фәлсәфә лә. Каратэла йәш сикләүҙәре юҡлығы секцияларға төрлө быуын кешеләрен йәлеп итергә мөмкинлек бирә.

Минең хыялым -авиацияға яңынан үҙ һөнәремә ҡайтыу. Каратэла һайлаған юлым был маҡсатыма ирешергә ярҙам итер тип уйлайым.

Рәмил Шамилов, Граждандар авиацияһы пилоты
Башбат

Һарытауҙағы халыҡ-ара турнир йомғаҡтары буйынса Башҡортостан йыйылма командаһы ветерандар төркөмдәре араһында дөйөм команда зачеты призерҙары иҫәбендә.

Каратэ менән шөғөлләнеүсе ир-егеттәр төрлө өлкәләрҙә эшләй, әммә уларҙың барыһын да спортҡа һөйөү берләштерә. Был спорт төрөндә ҡанундар шундай: өлкәндәргә-ихтирам, ә йәштәргә юл биреү. Остаз-уҡытыусылар белемдәрен йәштәргә тапшыра.

Рөстәм Мәғсүмов, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры

Киләһе йылда ла халыҡ-ара «Столыпин кубогы»н ойоштороу күҙаллана. Башҡортостан ветерандары әҙерлекте көсәйтеү һәм абсолют беренселек өсөн көрәшеү ниәте менән йәшәй.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ