Данлы игенсе хәтере мәңгелек. Баймаҡ районында Зекериә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Урғаҙы филиалында Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхин иҫтәлегенә музей асылды, хәтер кисәһе үтте.
Риза Яхин 1976 йылда «Нива» комбайнында 27 мең центнер иген һуғып, рекорд ҡуя. Ябай механизаторҙың ҙур тырышлығы, уңышы уны Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ итә. Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт ветеранына музей булдырыуҙың инициаторы-игенсенең улы Рәшит Яхин. Музейҙа атаһының ғына түгел, уның коллегаларының да хеҙмәте сағыла.
Быҫыу батыры ике тапҡыр Ленин, Октябрь Революцияһы ордены кавалеры, «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн», РСФСР Юғары Советының унынсы һәм ун беренсе саҡырылыш депутаты, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, ВДНХ-ның 6 Алтын һәм 4 бронза миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре булып таныла. Бер осорҙа эшләүселәр Риза Яхиндың хеҙмәтен үткәндә ҡалған оло тарих итеп билдәләй.
Йылайыр совхозының данлы, Баймаҡ районының һәм ҡалаһының Почетлы гражданы булған игенсе тураһында хәтер юйылмай. Урғаҙа ауылында билдәле комбайнсы музейын асыу-йәш быуындың ялан батырҙары хаҡында белеп үҫеүенә, Баймаҡ районын ғына түгел, республиканың да алдыңғы хеҙмәтсәндәренең исемен һаҡлап ҡалыуға ҙур аҙым.
Рүзилә Ғүмәрова




